Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы 144,4 квадрат метр майҙанды биләй. Өфө ҡалаһындағы ете райондың береһе ул. Баш ҡаланың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, район биләмәһендә 169 798 кеше йәшәй. Уларҙың 165 675-е ҡала халҡы булһа, 4123-ө – ауыл халҡы.

Райондың барлыҡҡа килеү датаһы рәсми рәүештә 1952 йылдың 25 феврале тип иҫәпләнә, әммә уның тарихы күпкә алданыраҡ башланған – ХХ быуаттың 30-сы йылдарында, йәғни Өфөнән төньяҡтараҡ крекинг-завод төҙөлөшө башланғас.

РСФСР Юғары Советы Президиумы указы (1952 й., 25 февраль) менән Черниковск ҡалаһы өс районға бүленә: Сталин, Калинин һәм Орджоникидзе райондары. Һуңғыһы бигерәк тә йылдам үҫешә башлай, сөнки тап бында нефтехимия, нефть эшкәртеү предприятиелары төҙөлә.

Әлеге ваҡытта Орджоникидзе Өфөлә иң күп сәнәғәт предприятиелары тупланған район һанала. Ундағы 220 эре һәм уртаса предприятиеларҙа 57 меңдән ашыу кеше эшләй. 5 меңдән күберәк кесе эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Райондың сәнәғәт етештереүсәнлеге Өфө ҡалаһындағы дөйөм күләмдең 44 процентын тәшкил итә.

Орджоникидзе районы үҙенең эре һәм үҫешкән предприятиелары менән генә түгел, ә бай тарихы һәм һоҡланғыс кешеләре – төрлө һөнәр эйәләре булған хеҙмәтсәндәре менән дә танылыу яулаған. Район әүҙем үҫешә: заманса торлаҡ йорттар төҙөлә, мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, спорт объекттары реконструкциялана һәм асыла.

Район — нефть эшкәртеү, нефтехимия, микробиология, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химик ысулдары һәм сәнәғәт төҙөлөшө өлкәһендәге процесстарҙы эшләп сығарыу һәм проектлау буйынса эре фәнни үҙәк булып тора. Ҡала Советының да Орджоникидзе районына ҡарауын әйтеп үтергә мөмкин.

Бәйләнеш өсөн:
450064, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 6-сы һанлы йорт
Факс: 242-02-72
E-mail: adm69@ufanet.ru; orgadm@ufacity.info
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA