Warning: require(include/global_variables.php): failed to open stream: No such file or directory in /NFS/site/www/ufacity.info/

Өфөнөң Октябрь районы – иң йәш һәм халыҡ тығыҙ йәшәгән, ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырыусы район. 9 мең гектар майҙанда яҡынса 246 меңдән ашыу кеше йәшәй. Район рәсми исемен РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә 1977 йылдың 23 мартында ала. Район үҙенең сиктәрен ике тапҡыр үҙгәртә, һуңғы тапҡыр 1992 йылда район составына Нуғай ауыл советына ингән Нуғай, Жилино, Зинино ауылдары һәм Нуғай кордоны ҡушыла.

Сәнәғәт

Октябрь районынының йөҙөн 450-нән ашыу эре һәм урта индустриаль предприятиелар билдәләй. Улар араһында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар ойошмаһы, «Полиэдрон» ябыҡ акционерҙар ойошмаһы, «Медтехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Дубитель» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Промсвязь» заводы, Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһе кеүек бөтә республикаға билдәлеләре бар.

Сауҙа һәм ҡулланыусылар баҙары

Октябрь районында 1600-ҙән ашыу сауҙа, хеҙмәтләндереү һәм йәмәғәт туҡланыуы нөктәләре эшләй. Бында «Планета» эре сауҙа-күңел асыу комплексы, «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәге, «Июнь», «Олимп», «Простор» сауҙа үҙәктәре, «Сипайловский» сауҙа-сервис комплексы, «Леруа Мерлен», «Лента», «Окей», «Максидом» һәм башҡа магазиндар урынлашҡан.

Төҙөлөш һәм төҙөкләндереү өлкәһе

Районда торлаҡ төҙөлөшө күләме йылдан-йыл арта – йыллыҡ артым 40 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә. Бигерәк тә Глумилино, Сипайлово, Парк, Нагаево, Жилино, Зинино биҫтәләрендә төҙөлөш әүҙем бара. Һуңғы биш йылда биш балалар баҡсаһы һәм ике мәктәп төҙөлдө. 410 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарылды, 170 балалар өсөн уйын майҙансығы һәм 82 гимнастика-турник комплекстары урынлаштырылды, 700 мең квадрат метр газон булдырылды, 16 мең квадрат метр тротуарға декоратив брусчатка һалынды, 70 туҡталҡа павильоны реконструкцияланды, 600 мең квадрат метрҙан ашыу юлдар ремонтланды.

Мәғариф

Райондың мәғариф системаһы 41 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын, 14 дөйөм белем биреү мәктәбен, 1 белем биреү үҙәген, 3 гимназияны, 4 лицейҙы, айырым предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеүҙе тәьмин иткән 2 мәктәпте, 6 өҫтәмә белем биреү учреждениеһын, балалар, 1 йәкшәмбе мәктәбен, «Радуга» (Николаевка) һәм «Альбатрос» (Подымалово) исемле 2 балалар һауыҡтырыу-уҡытыу лагерын – йәмғеһе 74 учреждениены үҙ эсенә ала. Төрлө йылдарҙа 84-се татар гимназияһы, 93-сө гимназия, 124, 127-се мәктәптәр, 136-сы Башҡорт лицейы, 159-сы мәктәп «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсы лауреаттары исемлегенә инделәр, 141-се, 159-сы мәктәптәр, 155-се һәм 42-се лицейҙар, 93-сө гимназия «Электрон мәктәп» республика конкурстары еңеүселәре булдылар.

Һаулыҡ һаҡлау

Октябрь районында төрлө милек формаһындағы 100-ҙән ашыу медицина ойошмаһы эшләй. Улар араһында ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы, БДМУ клиникаһы, «Аллоплант» Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге, Республика клиник онкология диспансеры һәм башҡалар.

Фән

Октябрь районын лайыҡлы рәүештә баш ҡаланың алдынғы фәнни үҙәге тип атарға мөмкин. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, Технология һәм етештереүҙе ойоштороу институты, «ПЕТОН» нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү һәм проект институты, «Башҡортостан» агрохимия хеҙмәте үҙәге һәм башҡа ғилми берләшмәләр хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән һәм етештереү өлкәһенә индерелгән фундаменталь тикшеренеүҙәр, ғилми асыштар ғилми даирәләрҙә ҙур уңыш менән файҙалана.

Спорт

Районда 500-ҙән ашыу спорт ҡоролмаһы һәм майҙансыҡтары, 6 меңдән ашыу балалар һәм үҫмерҙәр шөғөлләнгән 11 спорт мәктәбе иҫәпләнә. Йыл һайын спорт сараларында 26 меңдән ашыу район халҡы ҡатнаша. Район үҙенең олимпия чемпиондары шорт-трексылар Семен Елистратов һәм Руслан Захаровтың сағыу еңеүҙәре, трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы двоеборьеһы, тау саңғыһы һәм фристайл буйынса спортсмендарҙың уңыштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Мәҙәниәт

Октябрь районы баш ҡаланың мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора. Уның биләмәләрендә Рус дәүләт академия драма театры, «Нур» Өфө дәүләт татар театры, Йәш тамашасы театры, Дәүләт циркы, Өфө ҡала планетарийы, «Искра», «Простор», «Киномакс» кинокомплекстары, «Смена» балалар кинотеатры, Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы, «Ҡашҡаҙан», «Мөғжизәле донъя» мәҙәниәт һәм ял парктары, ун китапхана, өс балалар музыка мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе һәм Ғәзиз Әлмәхәмәтов исемендәге Республика гимназия – интернаты һәм башҡа мәҙәниәт усаҡтары урынлашҡан.

Йәштәр сәйәсәте

Октябрь районы барлыҡҡа килеү датаһы буйынса ғына түгел, ә бында ғүмер итеүсе йәш кешеләрҙең һаны буйынса буйынса ла иң йәш райондарҙан һанала. Бында йәшәү урынын һәм ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, йәштәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең ялы 12 үҫмерҙәр клубынан, «Йәш ижад» йәштәр үҙәге, дүрт хәрби-патриотик клубтан торған «Балалар плюс» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр берләшмәһе тарафынан ойошторола. Йәш быуын белемде биш урта махсус уҡыу йорттарында, Башҡортостан социаль технологиялар институты һәм ВЭГУ Академияһы филиалдарында ала.

450096, г. Уфа, ул. Комсомольская, 142/1

Телефон/факс: 237-40-00

E-mail: oktadm@ufacity.info


Notice: Undefined variable: APPLICATION in /NFS/site/www/ufacity.info/