Warning: require(include/global_variables.php): failed to open stream: No such file or directory in /NFS/site/www/ufacity.info/

Кожевников Сергей Петрович


Ҡала телефоны: 263-34-49
Кабинет: 305

Электрон адресы: kalinadm@ufacity.info

Ҡабул итеү сәғәттәре: 

- физик шәхестәр өсөн: кесе йома сәғәт 16.00-18.00, шаршамбы 16.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем Хакимиәт эштәре менән идара итеүсе аша алдан яҙылырға;

- юридик шәхестәр өсөн: йома көндәрендә сәғәт 16.00-18.00, сәркәтип аша яҙылырға. 


Биография: 


1975 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Иҡтисади үҙгәрештәр һәм баҙар менән идара итеү институтының (Мәскәү ҡ.) “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ” факультетын тамамлай, 2007 йылдан 2014 йылға тиклем бер нисә программа буйынса квалификацияһын үҫтерә. Өйләнгән. Ике балаһы бар.


Хеҙмәт юлы:

09.1992-12.1993 - студент, Өфө энергетика техникумы;

12.1993-05.1995 – армияла хеҙмәт итә;

05.1995-02.1997 - студент, Өфө энергетика техникумы;

04.1997-09.1997 – ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларын монтажлау буйынса белгес, «Уралспецэнерго» акционер йәмғиәте;

12.1997-03.2000 - электромонтер, 16-сы цехтың слесарь-ремонтнигы, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционер йәмғиәте (“ӨМЭБ” ААЙ);

03.2000-06.2000 – 16-сы цехтың участка мастеры, «ӨМЭБ» ААЙ;

06.2000-10.2002 -16-сы цехтың өлкән участка мастеры, «ӨМЭБ» ААЙ;

10.2002-04.2005 -16-сы цехтың начальник урынбаҫары, «ӨМЭБ» ААЙ;

04.2005-06.2007 -16-сы цехтың начальнигы, «ӨМЭБ» ААЙ;

08.2007-08.2010 -23-сө цехтың начальнигы, «ӨМЭБ» ААЙ;

08.2010-06.2015 - 3в 2 цехының начальнигы, «ӨМЭБ» ААЙ;

2015 йылдан алып – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районы Хакимиәте башлығы.

Дәрәжәләре, наградалары, баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре:

1995 й. - «Суворов» миҙалы;

2014 й. - Башҡортостан Республикаһы Инновация сәйәсәте һәм сәнәғәт министерлығының Маҡтау грамотаһы.


Notice: Undefined variable: APPLICATION in /NFS/site/www/ufacity.info/