Дим районының барлыҡҡа килеүе тимер юл транспорты үҫеше менән тығыҙ бәйле. Һамар – Өфө – Златоуст – Силәбе тимер юлын төҙөү проектына ярашлы рәүештә 1887 йылда өс ҡабул итеү-тапшырыу юлдарынан шпал һеңдереү заводынан торған ҙур булмаған Дим разъезы төҙөлә. Ул ваҡытта поездарҙың ауырлығы 700 тоннанан артмай.

1944 йылдың 6 мартында РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Димгә баш ҡала райондарының береһе статусы бирелә. Бөгөн Дим станцияһы илдең иң ҙур тимер юл станцияларының береһе, ә район баш ҡаланың иң матур райондарының береһе булып тора.

Өфөнөң Дим районы ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡтан ул Киров һәм Ленин райондары менән сиктәш, көньяҡта, көнсығышта һәм көнбайышта уның сиге Өфө районы территорияһы буйлап үтә. Район территорияһының майҙаны – 56,37 кв.км. 66 300 кеше йәшәй. Шулар араһынан эшкә яраҡлыһы – 41,8 мең кеше, мәктәп уҡыусылары – 5825, пенсионерҙар – 14, 5 мең.

Райондың үҙенсәлеге шунда - ул ҡала коммуналь хужалығы системаһынан айырым тора: уның үҙенең котельныйы, таҙартыу ҡоролмалары, 2 һыу алыу ҡоролмаһы бар. Дим-Затон һыу үткәргесен эксплуатацияға индереү районда дөйөм торлаҡ төҙөлөшөн башларға мөмкинлек бирә. Дим районы аша бөтә Һамар, Силәбе, Ырымбур Рәсәй күләмле транспорт юлдарына сығыусы үҫешкән автомобиль юлдары селтәре үтә.

Дим районы ҙур етештереү, фәнни-техник, хеҙмәт потенциалына эйә. Иҡтисадтың төп тармаҡтары булып тимер юл транспорты тора, райондың барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алғанда был – тәбиғи хәл.

2012 йылдың 1 ғинуарына район территорияһында милектең төрлө ойоштороу-хоҡуҡи формалы 856 хужалыҡ итеү субъекты теркәлгән, 821-е эшләй, уларҙа эшләүселәрҙең дөйөм һаны 25,1 мең кеше, шул иҫәптән сәнәғәт ойошмалары (предприятиелары) – 27, транспорт һәм бәйләнеш – 22, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьмин итеү – 16, торлаҡ-коммуналь хужалығы – 9, төҙөлөш – 47, көнкүреш хеҙмәтләндереү – 53, һатыу итеү һәм йәмәғәт туҡланыуы – 144.

Һуғыш алды биш йыллыҡтары ваҡытында станция ныҡ үҫешә. Локомотив, аҙаҡ вагон депоһы ла булдырылыу менән Дим-Кропачево участкаһында халыҡ хужалығы тауарҙарын йөрөтөү тормошҡа ашырыла башлай. Иң яҡшы машинистар норма 1,5 мең тонна булғанда ауырлығы 2 мең тонна булған поездарҙы йөрөтә. Һуғыш йылдарында Дим тимер юл узелының әһәмиәте шаҡтай үҫешә. Тимер магистралдәр хеҙмәтсәндәре халыҡ хужалығы һәм хәрби йөк тейәлгән поездарҙың өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеүе буйынса бик ҡатмарлы мәсьәләне хәл итә, фашист Германияһын еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Райондың данын 1941 йылда Дим ерендә төҙөлгән 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы арттыра.

Тимер юлы узелы предприятиелары йылдан-йыл ҡеүәтен арттыра һәм үҫешә. Һәм бөгөн райондың социаль-иҡтисади үҫешендә Дим станцияһы, локомотив һәм вагон деполары, ОПМС-61. коллективтары шаҡтай ҙур әһәмиәткә эйә. Димдең тышҡы күренеше тиҙ үҙгәрә. 50-се йылдарҙа район баш кейемдәре фабрикаһы менән тулыландырыла, яңы административ һәм йәмғиәт биналары барлыҡҡа килә. Интенсив торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелә. 60-сы йылдарҙа райондың иҡтисади үҙешендә ҙур үҙгәрештәр бара. Эре сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары барлыҡҡа килә. 1965 йылда Димгә Мечников исемендәге ФТИ, хәҙер “Иммунопреперат”тың филиалы РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Микроген” медицина иммунобиологик препараттар буйынса фән-етештереү берләшмәһе” Федераль дәүләт предприятиеһы күсә. “Өфөнефть” эреләтелгән нефть сәнәғәте идаралығы, аҙаҡтан “Өфөнефть” НГДУ булдырыла. 2-се юл-төҙөлөш участкаһы СУ-820 тип үҙгәртелә, Октябрьск ҡалаһынан Өфө быраулау эштәре идаралығына күсә. Һуңғараҡ Димдең көнбайыш ситендә ҙур сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә.

Дим районы бөгөн – тимер юлсылар, нефтселәр, төҙөүселәр, мелиораторҙар районы. Дим районының иң эре сәнәғәт предприятиелары булып республика сиктәренән алыҫта ла талап ителгән ФДУП "РФ-тың Өфө ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы "Микроген" НПО-һының "Иммунопрепарат" филиалы, Өфө "УАПО" ААЙ электротехник изделиелар заводы, "Өфөнефть" НГДУ-һы, "Нефтегеофизика" НПК-һы, "Медстальконструкция" ЯСЙ тора. Дим тимер юл узелы берекмәһендә 20-нән артыҡ предприятие һәм хеҙмәт иҫәпләнә. Улар араһында Өфө эксплуатация локомотив депоһы, Дим ремонт локомотив депоһы, Дим вагон депоһы, Дим тимер юл станцияһы һ.б.

Иҡтисадтың ғәҙәти тармаҡтарынан тыш, районда урта һәм ваҡ эшҡыуарлыҡ уңышлы үҫешә. Был өлкәлә эшкә яраҡлы халыҡтың дүрттән бер өлөшө эшләй, 2 меңдән артыҡ ваҡ эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Райондың бизнесы иҡтисады үҫешенең үҙенсәлекле һыҙаты булып етештереү үҫешенең фән менән тығыҙ бәйләнеше тора. Райондың урта һәм ваҡ эшҡыуарлығының визит карточкаһы булып "Фреон" ЯСЙ, "Башҡортостан үләндәре" ЯСЙ, "БашИнком" ЯСЙ, "Орбита" ЯСЙ, "Лайнер" ЯСЙ, "Лисма" ЯСЙ, "Агроводком" ЯСЙ, "Интерьер-Йорт" ЯСЙ һ.б. тора.

Районда йылына 70 мең кв.м.-ҙан артыҡ торлаҡ индерелә. Торлаҡ һәм социаль объекттарҙы төҙөү менән "Агидель-ИнвестСтрой" ИСК ЯСЙ, "ЭРС" ЯСЙ, "КПД" ЯСЙ, "Өфө төҙөлөш компанияһы" ЯСЙ, "3-сө трест" ЯСЙ төҙөлөш компаниялары шөғөлләнә.

Райондың медицина хеҙмәте "3-сө ҡала клиник дауаханаһы" МУ, "Өфө станцияһындағы бүлексә клиник дауаханаһы" НУЗ 2-се поликлиникаһы), "47-се поликлиника" МУ, тиҙ медицина ярҙамы бүлексәһе, өс стоматология клиникаһы, "Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитацион үҙәк" МУ, "Өмөт" муниципаль ортопедия учреждениеһы, ш. уҡ дарыуханалар һәм дарыухана пункттары селтәре менән бирелгән.

Районда 7 дөйөм белем биреү мәктәбе, 13 балаларға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 4 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы (шул иҫәптән "Орион" балалар ижады һарайы, Балалар экология-биология үҙәге, 7-се Олимпия резервы балалар спорт мәктәбе, 29-сы "Батыр" спорт мәктәбе), Өфө махсус (коррекцион) белем биреү мәктәп-интернаты. Район мәктәптәрендә уҡытыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән инновацион программалар индерелә; предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү кластары булдырылған; тыуған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Музыка һәм һынлы сәнғәт мәктәптәре, олимпия резервы махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе, профессиональ училище, Өфө тимер юл транспорты техникумы эшләй.

Райондың инфраструктураһы уңышлы үҫешә. 2012 йылда көндөҙгө стационар, "Магнит" ғаилә гипермаркеты эксплуатацияға индерелә, реконструкциянан һуң 102-се Башҡорт гимназияһы һәм 101-се урта мәктәп асылған. Тимер юлдары аша юл һәм йәйәүлеләр өсөн күперҙе реконструкциялау буйынса ҙур эштәр алып барыла.

Райондың төҙөклөгө, тышҡы йөҙө һәр ваҡыт беренсе урында тора. Уның территорияһын төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ мәҙәни, матур ял итһен өсөн, Димдә ял һәм мәҙәниәт паркы, күп кенә сквер һәм бульварҙар төҙөлдө. Һуңғы йылдарҙа яңы бәләкәй архитектура формалар рәте барлыҡҡа килде – үҙәк майҙанда янып торған пальмалар, “Әсәлек символы” скульптураһы, үҙәк урамдарҙа оригиналь декоратив гөл һауыттары ҡуйылған – былар барыһы ла райондың йөҙөн тағы ла күркәмләй һәм матурлай.


Бәйләнеш
450095, г. Уфа, ул. Ухтомского, 3
Факс: 281-16-74
E-mail: dema@ufanet.ru

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA