Мәҡәләләр

Нисек автомобилдәрҙе ишек алдында ҡалдырыуҙы хоҡуҡлаштырырға

Нисек автомобилдәрҙе ишек алдында ҡалдырыуҙы хоҡуҡлаштырырға
Ҡышҡа әҙерләнеп күп автомобиль хужалары “тимер аттары” өсөн ишек алдында урын кәртәләй башлағандар. Өҫтәүенә кәртәләр рөхсәтһеҙ ҡуйыла. Халыҡтың машина ҡуйыр өсөн рөхсәтһеҙ урын алыуы хоҡуҡ боҙоу тип иҫәпләнә һәм әгәр ерҙең кадастр хаҡы билдәле булһа, уға административ штраф һалына. Штрафтың күләме кадастр хаҡының 1 - 1,5% тәшкил итә, шул уҡ ваҡытты 5000 һумдан кәм булырға тейеш түгел. Ер хаҡы билдәһеҙ булған осраҡта штраф күләме 5-тән 10 мең һумға тиклем тәшкил итеүе бар, - тип аңлатма бирә Калинин районының Торлаҡ хужалығы идаралығы. Йорт тирәләй ер участогы – йортта йәшәүсе һәр кемдең коллектив милеге һәм һәр кем йорт тирәһендәге территория менән үҙ ҡарамағында ҡулланыу хоҡуғына эйә. Йорт тирәләге участок межаланып кадастр иҫәбенә индерелгән осраҡта ғына йортта йәшәүселәргә бер тигеҙ кимәлдә бүленгән һанала. Башҡа осраҡта Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 йортонда урынлашҡан Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығына мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге бар. Артабан ер участогының сиктәре һәм ҙурлығы билдәләнеп кәрәкле рәсми ҡағыҙҙар тултырылғас, йортта йәшәүселәр тарафынан йыйылыш үткәрелеп ерҙе нисек итеп ҡулланыу һәм шулай уҡ машиналарҙы ҡуйыу урындарын булдырыу тураһындағы һорауҙар ҡаралыуы мөмкин. Әгәр хужаларҙың 2/3 (67%) күберәге ризалашһа, дөйөм йыйылыштың протоколы төҙөлә. Протокол идара итеүсе компанияға һәм район хәкимиәтенә йүнәлтелә. «Калининский вестник» гәзитенән.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA