Мәҡәләләр

Нисек итеп йәштәрҙе экстремизм идеяларынан араларға?

Нисек итеп йәштәрҙе экстремизм идеяларынан араларға?
Экстремистар пропагандаһы өсөн «хәүеф төркөмө» булып иң һиҙгер (уяу) социаль ҡатлам – йәштәр иҫәпләнә. Бигерәк тә үҫмерҙәр. Тап 14 йәш тирәһендә кешенең үҙ-аллы шәхес булараҡ формалашыуы башлана. Экстремистар төркөмөнә инеүгә мотивация булып әүҙем эшмәкәрлеккә йүнәлеш, индивидуаль үҙаллылыҡҡа һәм баланың ҡараштарын уртаҡлашҡан кешеләр менән аралашыуға ынтылыш, агрессияға бирелеүсән ҡыҙыу холоҡ, шулай уҡ протест белдереүгә ынтылыш һәм үҙенең бойондороҡһоҙлоғон тойоу теләге тора. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҫмерҙең экстремистар төркөмөнә эләгеүен иҫкәртеү төркөмгә эләккәндән һуң барлыҡҡа килгән проблема менән көрәшеүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк. Бер нисә ябай ҡағиҙә һеҙгә балағыҙҙың экстремистар пропагандаһы йоғонтоһона эләгеү хәүефен кәметәсәк: - Бала менән һөйләшегеҙ. Кем менән аралаша, ваҡытын нисек уҙғара, уны нимәләр борсой – быларҙың барыһын да һеҙ белергә тейеш. Донъялағы сәйәси, социаль һәм иҡдисади хәлдәр, милләт-ара бәйләнештәр тураһында һөйләшергә тырышығыҙ. Үҫмергә донъялағы ижтимағи мәсьәләләрҙе аңлап етеүе ауыр һәм экстремистик төркөмдәр күбеһенсә ошоноң менән файҙаланып йәмғиәттәге ҡайһы бер ваҡиғаларҙы үҙ идеологияһы файҙаһына бороп ебәрә. - Баланың буш ваҡытын файҙалы ойоштороғоҙ. Спорт секциялары, мауыҡтырғыс түңәрәктәр, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар үҫмергә үҙ-үҙен үҫтереү мөмкинселеген арттырасаҡ, донъяға ҡарашын киңәйтәсәк. - Үҫмер ала торған мәғлүмәттәрҙе контролдә тотоғоҙ. Ҡараған тапшырыуҙарына, уҡыған китаптарына иғтибар итегеҙ һәм ниндәй сайттарҙа ултырғанын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Киң мәғлүмәт саралары экстремистар пропагандаһында иң көслө ҡорал булып иҫәпләнә. Үҫмерҙең экстремистик идеология йоғонтоһона эләгә башлауын белдергән төп сифаттар: - уның тәртибе, үҙ-үҙен тотошо киҫкен һәм тупаҫ була башлай, телмәрендә жаргон йәки бер ниндәй әхлаҡи нормаларға һыймаған һүҙҙәр күбәйә; - баланың тышҡы ҡиәфәте һәм кейенеү стиле айырым субкультура ҡағиҙәләренә ярашлы үҙгәреш кисерә; - уның компьютерында сәйәси-экстремистик йәки социаль-экстремистик йөкмәткеле роликтар һәм һүрәттәр, файлдарға күп һылтанмалар барлыҡҡа килә; - өйҙә аңлашылмаған һәм ғәҙәти булмаған символикалар һәм атрибутика, ҡорал формаһында файҙаланыу мөмкинлеге булған предметтар барлыҡҡа килә; - үҫмер компьютер артында күп ваҡытын мәктәп программаһына ҡағылышы булмаған нәфис әҙәбиәткә, фильмдарға, компьютер уйындарына бүлә; - кире яҡтары, насар ҡылыҡтары күбәйә; - сәйәси һәм социаль темаларға ҡағылышлы әңгәмәләр арта һәм әңгәмә барышында башҡа халыҡтарға ҡарата киҫкен фекере тойомлана; - интернеттағы псевдонимдар, паролдәр һ.б. экстремаль-сәйәси характерға эйә. Әгәр һеҙ ҙә балағыҙҙың экстремистик ойошмалар йоғонтоһона эләгеүенә шигегеҙ тыуһа, паникаға бирелмәй генә тәүәккәл эш итегеҙ: 1. Үҫмерҙең мауығыуын, төркөмдөң идеалогияһын ҡәтғи ғәйепләмәгеҙ, был бары тик протест ҡына тыуҙырасаҡ. Экстремистик кәйефенең сәбәбен асыҡларға тырышығыҙ, ипле генә быларҙың уға ни өсөн кәрәклеге тураһында белешегеҙ. 2. «Контрпропаганда» башлағыҙ. Кеше күберәк һәм яҡшыраҡ уҡыған һайын, профессионал булып үҫешеп, йәмғиәттә авторитет яулағас, донъяны үҙгәртеп ҡороуға ҙурыраҡ өлөш индерә аласаҡ, тигән тезис «контрпропаганданың» нигеҙе булырға тейеш. Үҙегеҙҙең шәхси тормошоғоҙҙан төрлө милләт кешеләренең берләшеп билдәле маҡсаттарға ирешеүе тураһында күберәк миҫалдар килтерегеҙ. Бындай һөйләшеүҙәрҙең йылы булыуы, фекерҙәрҙең көсләп тағылмауы мөһим. 3. Үҫмерҙең насар йоғонто яһай торған таныштары йәки дуҫтары һәм төркөмдөң лидеры менән аралашыуына сик ҡуйырға тырышығыҙ. Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA