Мәҡәләләр

Машинаны эвакуациялауҙан нисек һаҡлап ҡалырға?

Машинаны эвакуациялауҙан нисек һаҡлап ҡалырға?
Бөгөн машина хужаларын “тимер аттарын” ҡайҙалыр күсерелеүе хаҡында иҫкәртер өсөн махсус сайт булдырылған. Бының өсөн ufa-parkovka.ru сайтындағы «Шәхси кабинет» ҡушымтаһына инеп теркәлеү мотлаҡ. Эвакуациялау урынында ЮХХДИ инспекторы протокол тултыра. Экспедитор автомобилдең конструктив инеү урындарын йәбештереп, фотоға төшөрә. Артабан автомобилдең маркаһын, дәүләт номерын, ҡайһы статья боҙолоуын, эвакуациялау урынының адресын һәм махсус туҡталышты мәғлүмәт базаһына теркәй. Күсереү тураһында акт төҙөлгәндән һуң машина тейәп алып кителә. Машина хужаһы сайтта теркәлгән осраҡта, уға шунда уҡ эвакуациялау тураһында белдереү килә һәм махсус туҡталыштың телефоны ебәрелә. Әгәр водитель эвакуатор ҡуҙғалғансы килеп өлгөрһә, машинаһы күсерелмәйәсәк һәм уға, махсус туҡталыш менән бәйле сығымдарҙан ҡотолоп, тик эвакуатор эше өсөн генә түләргә кәрәк буласаҡ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA