Мәҡәләләр

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар алыу юлы

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар алыу юлы
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә субсидиялар, был өлкәләге льготалар Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы менән көйләнә. Кодекстың 19 статьяһына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымы килемдәренең билдәләнгән өлөшөнән (20%) артығыраҡ булған градждандар төбәк кимәлендә аҡсалата субсидия алыуға хоҡуҡлы. Күп балалы йә тулы булмаған ғаиләләргә 15 процент, яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға 18 процент ташлама бирелә. Субсидия алыу хоҡуғына эйә: - дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды ҡулланыусылары; - торлаҡ фондында булған торлаҡты ҡуртымға алып тороусылар; - торлаҡ һәм торлаҡ-төҙөлөш кооперативы ағзалары; - торлаҡтың милек эйәһе (фатирҙың, йорттоң, фатир йәки йорт өлөшөнөң). Субсидиялар ғаилә ағзалары һәм унда даими йәшәүселәрҙе иҫәпкә алып бирелә; Субсидия алыу өсөн тейешле формала тултырылған ғариза һәм кәрәкле документтар: -барлыҡ ғаилә ағзаларының паспорты һәм балаларының тыуыу тураһындағы таныҡлығы; - торлаҡ менән ҡулланыу тураһындағы документ (торлаҡҡа милек хоҡуғы дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ, торлаҡты ҡуртымға алыу тураһындағы килешеү, торлаҡ-төҙөлөш кооперативы тураһында белешмә һ.б.); - ғаилә составы тураһында белешмә; - субсидияға ғариза яҙылғанға тиклем бер ай элек булған арауыҡҡа торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһындағы документтар (түләү документтары – иҫәп квитанциялары, иҫәп һ.б., шулай уҡ газ баллондары һәм ҡаты яғыулыҡ алыу тураһындағы квитанциялар); - ғаиләнең бөтә ағзаларының һуңғы алты айлыҡ килеме, (эш хаҡы, балалар пособиеһы, пенсия, стипендия, айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК), эшһеҙлек буйынса пособие һ.б.). Субсидиялар юллау өсөн белешмәләр Өфө ҡ., Р. Зорге урамы, 33-сө йорт, 307-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә. Тел.: 223-14-42. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы (ГКУ РЦСПН) сайтында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙе иҫәпләтеү өсөн онлайн-калькулятор ҡуйылған http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙә ҡыйынлыҡтар тыуһа, шулай уҡ урындағы Торлаҡ-коммуналь идаралыҡтарына йәки Торлаҡ-эксплуатация идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һеҙгә бурысығыҙҙы ҡаплау өсөн бүлеп түләү кеүек төрлө варианттар тәҡдим ителәсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA